Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Июля 2020, 10:35

Һыу инеү ҡағиҙәләре

Йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла һыу ятҡылыҡтары хәүеф янай. Йәйгеһен һыу ингәндә һәм йөҙә торған саралар ҡуланғанда бигерәк тә ҡурҡыныс.

Көслө йылға ағымы йышы ҡына (шул иҫәптән һыу аҫты ағымы), тәрән өйөмәләр һәм һалҡын һыу аҫты ҡойолары.
"Һыу инеү тыйыла!" тигән иҫкәрмәле яҙыуҙар менән йыһазландырылған һыу ятҡылыҡтарында һыыу инеү ҡәтғи тыйыла.иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һыуҙа хәүефһеҙлек сараларын тайпылышһыҙ үтәгәндә генә бәләне иҫкәртеп була.
Хөрмәтле ата-әсәләр!
Балаларҙың ғүмеренең именлеге күп осраҡта фәҡәт үҙегеҙҙән тора!
эҫе һауа торошона бәйле, йәйге ваҡытта балаларҙың һыуға батып һәләк булыуына юл ҡуймау маҡсатында һегҙә үтенес меән мөрәжәҫғәт итәбеҙ: тәбиғи һәм яһалма һыу ятҡылыҡтарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм уларҙы боҙоу эҙемтәләре тураһында аңлатыу эштәре уҙғарығыҙ. Һеҙ бының менән балаларығыҙҙы һыуҙағы бәхетһеҙ хәлдәрҙән иҫкәртерһегеҙ, балаларҙың бөгөнгө, иртәгәһе тормошо ошонан тора.
Һыу инеү ҡәтғи рәүешә тыйыла:
- балаларҙы ололарҙың күҙәтеүенән башҡа;
- таныш булмаған урындарҙа;
- өрөп тултырмалы матрастарҙа, камераларҙа һәм башҡа йөҙөү сараларында (ололарҙың күҙәтеүенән башҡа);
түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ:
- һыуға инер алдынан бер нисә еңел генә күнекмә эшләп аяҡ-ҡулдарығыҙҙы яҙҙырып алығыҙ.
- Һыу температураһы тән өсөн уңайлы булғанлығына ышанғас ҡына һыуға әкренләп инегеҙ (тейеле норманан кәм булмаһын).
– Һыу әллә ни тәрән булмаған, һәуҙың төбө тикшерелмәгән осраҡта эрглә генә йөҙөп йөрөүселәр булғанда һыуға сумырға ярамай (бигерәк тә баш түбән!).
- 30 минуттан артыҡ һыу инергә ярамай, һыуыҡ һыуҙа 5-6 минуттан артыҡ түгел.
- Тәбиғи һыу ятҡылығында кәртәләүсе билдәләр аръяғына йөҙөп сығырға ярамай, моторлы кәмәләр һәм башҡа йөҙөүсе саралар янына яҡын йөҙөп барырға ярамай.
- Пляжда ял иткәндә эҫе ҡапмаһын өсөн башығыҙға кейегеҙ.
- Һыуҙа дыуамалланып китеп шаярыуға юл ҡуймағыҙ.

Р.САфИНА әҙерләне.
Читайте нас