Ашҡаҙар
+31 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Июля 2020, 13:27

Республикала термометр бағанаһы +45 градусҡа тиклем күтәрелгән

Башҡортостанда аномаль эҫелек бөтә рекордтарҙы уҙып китте.

Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәүселәр 16 июлдә термометр бағанаһының +45 градусҡа етеүен теркәгән. Ҡояшта һауа температураһы шундай. Күләгәлә 2-3 градусҡа аҙыраҡ, тип хәбәр итте «Салауат ерендә» гәзите.
Ауыл халҡының йорттарында ла эҫе — 30,3 градустан юғары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башгидрометүҙәк фараздары буйынса, ял көндәрдә эҫе бер аҙ һүрелә. Синоптиктар ямғыр, ә урыны менән ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ көтә.
Башинформ.
Читайте нас