Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Июля 2020, 08:25

Селлә кәрәкте бирә генә!

Сыҙап торғоһоҙ эҫе кешеләрҙең генә түгел, бар тереклектең, үҫемлектәрҙең хәлен ала.

Ошо аҙнала эҫе 40 градусҡа етеүе ихтимал һәм аҙна аҙағынаса көндәр шулай эҫе торасаҡ.
«Гисметео» порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, көндөҙ термометр бағанаһы 18 июлгә тиклем 34-36 градустан түбән төшмәйәсәк.
Йәкшәмбе, 19 июлдә республикала һауа торошо ҡапыл үҙгәрә. Һауа температураһы көндөҙ +25, төндә +20 градус, ә салт ҡояшлы көндәр йәшенле ямғыр менән алмашынасаҡ.
Август уртаһына тиклем көндәр шул сама торасаҡ, ә унан һуң инде йәнә 30 градуслыҡ эҫе киләсәк, тип фаразлана.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас