Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Июля 2020, 08:25

Торатау итәгендә - экологик акция

25 июлдә шәмбе көндө Торатау итәгендә #килтерҙең алып кит девизы аҫтында экологик акция уҙғарыла. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Өмә иртәнге сәғәт 10-да Торатау итәгендә башлана (ҡарауыл посында).

Йыйыштырыу өсөн ҡорамалдар (тоҡтар, бирсәткәләр) бирелә. Акция барышында ирекмәндәр тауға менә торған һуҡмаҡты һәм тау һыртын таҙартасаҡ, шулай уҡ «Торатау» геопаркы ғилми хеҙмәткәрҙәренән тауҙың геологик һәм тәбиғи мираҫы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ. Үҙең менән алып килгән сүп-сарҙы йыйыштырырға саҡырған мәғлүмәтле билдәләр ҡуйыласаҡ.
Экологик акцияны «Йәшел Башҡортостан» хәрәкәте һәм Ишембай районы хакимиәте менән берлектә урындағы эсәр һыу етештереүсе «AquaNel» компанияһы ярҙамында «Торатау» геопаркы администрацияһы ойоштора.
Р.ЗАМАНОВА
Читайте нас