Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Июль 2020, 09:50

Ауырымайым тиһәң, үлән эс тә еләк аша икән...

Йәй көнө үҙебеҙҙә үҫкән бөтөн емеш-еләктәр ҙә файҙалы. Ҡышҡылыҡҡа ла киптереп, туңдырып ҡуйырға кәрәк. Иң көслө сирҙәргә ҡаршы тороусы булып күгән (терн), миләш, балан, әлморон иҫәпләнә. Емеш-еләкте бешермәйенсә ашарға тырышырға кәрәк. Әле һеҙҙең иғтибарығыҙға иң көслө, шифалы дарыу үләндәрен, емеш-еләктәрҙе тәҡдим итәм.

Гөлбәҙәрән (пижма), мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, дегенәктең бөтөн өлөшө, бигерәк тә япрағы (уның һутына бер дарыу ҙа тиңләшә алмай), ҡайын, ерек япрағы, ерек ағасының алҡалары бик файҙалы, шыршы, ҡарағай, ҡарағас энәләре, ҡайырылары, тубырсыҡтары (бигерәк тә йәшел көйө), уҫаҡ ҡайырыһының ракка ҡаршы көсө ҙур, имән ҡайырыһы ла ҡалышмай. Самаһын үҙегеҙ самалап өйрәнегеҙ.
Үҙебеҙ яһаған ҡатыҡ, айран шулай уҡ антибиотиктар.
Урман еләге. Уны миҙгелендә туйғансы ашарға кәрәк. Бөтөн тәнгә файҙа бирә торған еләк кенә түгел, ә ике аҙна ашаһаң да бауырыңды бер йылға етерлек һауыҡтырып ҡуя. Ә бауыры сәләмәт кешене күп кенә ауыр сирҙәр урап үтә.
Ромашка төнәтмәһе. Ул төнәтмәне сәй урынына эсһәң дә ярай. Башта һинд сәйенә өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалып эскәндәргә ул тәмһеҙ күренер, ләкин ул биргән энергияны һеҙ оҙаҡламай һиҙә башларһығыҙ. Ә ромашканың беҙҙең эске органдарға ниндәй санитар булғанын белеү мотлаҡ. 1 сәй ҡалағы кипкән ромашка сәскәләрен бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтеп, 15 минуттан һуң һөҙөп эсәбеҙ.
Яман шешкә ҡаршы болиголов, ҡайын бәшмәге төнәтмәһе тора. Улар беҙҙә лә үҫә. Ауырый башлағас ҡына эсә башларға түгел, ә иммунитетты күтәрер өсөн алдан уҡ бер-нисә курс эсеп ҡуйырға була. Иртәнсәк ас ҡарынға, ашарға ярты сәғәт ҡалғас тамсылап эсәбеҙ. 1 тамсынан арттыра барып 40 – 50 тамсыға еткерәбеҙ, кире кәметә барып 1-гә төшәбеҙ.
Үҙебеҙҙә үҫкән ҡарабойҙай ярмаһы ла бик ныҡ иммунитетты күтәрә.
Үҙебеҙ һыҡҡан һуттар, яһаған төнәтмәләр, үлән сәйҙәре бик файҙалы.
Рак сире һәм бөтән ауыр сирҙәр менән һирәгерәк сирләгән илдәрҙә бик күп йәшелсә-емеш, ҡыҙыл әсе борос, чили боросо, ҡәнәфер, куркума, имбир, лимон, кинза, базилик, ҡара тмин майы, орлоғо, етен майы, орлоғо, һәм башҡа бик күп приправалар ҡулланғандары билгеле.
Әлбиттә, был яҙманы артабан дауам итергә була, тик уны һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ өҫтәп тулыландыра ала. Бының өсөн барыбыҙҙ а аяҡ аҫтында сүп булып үҫеп ултырған үләндәргә, тирә-яҡта шаулап үҫкән ағастарға, ҡыуаҡтарға иғтибар итергә генә кәрәк. Өҫтәлебеҙгә килеп ҡунаҡлаған ризыҡтарға күңел күҙе аша ҡарарға. Быны ашаһам һаулығым нығынырмы тигән һорау аша яуап алырға кәрәк.
Яман шеште үҫтереүгә этәргес булған ҡайһы бер ризыҡтарҙы ла иҫкә төшөрөп үтәйек.
Мин уйлап сығарған факттар түгел, ә лабораторияларҙа тикшереп, сысҡандарҙа тәжрибә яһап, ғалимдар иҫбатлаған. Теләгән ҡайһыбыҙ интернеттан да ул мәғлүмәттәрҙе таба ала.
Иң зыянлы һәм рак сирен үҫтереүсе ризыҡтар рәтенә сөпрәнән бешкән ризыҡтар инә.
Үҙебеҙҙең ҡомалаҡтан бешкән икмәк ризыҡтарына ҡайтыу йәки сөпрәһеҙ бешереү был сиргә кәртә булып тора. Шәкәрле, татлы ризыҡтарҙы күп ашау ҙа шул уҡ зыянлы көскә эйә. Консерванттар, тәмләткестәр, Е МАРКИРОВКАҺЫ АҪТЫНДАҒЫ КОНСЕРВАННТАР ҠУШЫП БЕШЕРЕЛГӘН, ӘҘЕРЛӘНГӘН РИЗЫҠТАР, ЭСЕМЛЕКТӘР ҘӘ ШУЛАЙ УҠ БЫЛ СИРҘӘРГӘ ЭТӘРГЕС БУЛЫП ТОРАЛАР.
Ә бит дауалап була алмаҫтай сирҙәр тураһында ишетер заманға әллә ҡайҙа күп тә ҡалманы бит. Һуңғы утыҙ-егерме йыл эсендә генә был яман сирҙәргә уралдыҡ бит. Тимәк, ни өсөн ул ваҡытта был сир булманы тип уйланһаҡ, яуабы ла бидәле булыр. Бөгөнгө көндә яҡшы сифатлы, файҙалы ризыҡтарҙы кире ҡайтарып, шул ваҡыттағы һымаҡ, һәр райондың үҙ һөтө, рәхәтләнеп эсерлек ҡымыҙы, тәмле ите, һәм башҡа сифатлы ризығына ҡайтыу программаһы буйынса яңы объекттар төҙөлһә, ул саҡта сәләмәт йәшәүгә өмөт бар. Шулай уҡ иҫ киткес бай тәбиғәтебеҙҙе халыҡты сәләмәтләндереүгә тағы ла нығыраҡ йүнәлтергә кәрәк. Бәлки миллионлаған һумдарҙы колхоздарҙы, совхоздарҙы яңынан тергеҙеүгә йүнәлтергәлер. Шунһыҙ беҙҙең киләсәк өмөтһөҙ.
Тимәк, сирҙе булдырмау, уның йәтмәһенә эләкмәү өсөн бары тик интуиция тигән эске һиҙемләүҙе эшкә егеп, тик файҙалы ризыҡ ҡына эҙләргә, ашарға кәрәк. Өҫтәлебеҙгә килеп ҡунаҡлаған ризыҡ, эсемлек тәнгә дауа, йәнгә шифа булһын, берүк.
Зәүхиә НИЗАМИЕВА.
Читайте нас