Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Августа 2020, 07:45

Торатауға менеү сикләнә

Торатауҙың үҙенсәлекле экосистемаһын һаҡлау өсөн тауға менеүҙе сикләргә уйлайҙар. Был турала БР туризм буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов хәбәр итә.

Туристар, көн һайын Торатауға менеп, тауҙың флораһына һәм фаунаһына (үҫемлектәр һәм тереклектәр донъяһына) зыян килтерә.
– Ғилми тикшеренеүҙәрҙән алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Торатауҙа Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең 17 төрө табылған, шуларҙың һигеҙе Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгәгән, – тине «Башинформ» агентлығының онлайн матбуғат кәңәшмәһендә Салауат Нафиҡов. – Бынан тыш, шиханда һәм уның тирә-яғында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлектәрҙең алты төрө көн күрә.
Тауҙың үҫемлек япмаһы райондың уйһыулыҡтағы үҫемлектәренән ныҡлы айырыла. Тауҙың бурташы күренеп ятҡан урындарҙа уникаль петрофит үҫемлектәрҙең Көньяҡ Уралда осрамай торған төрө таралған.
Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Торатауҙың башына менеү өсөн туристарға махсус һуҡмаҡтар булдырырға уйлайҙар.
Р.САФИНА.
Читайте нас