Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Декабрь 2020, 07:30

Cиноптиктар ҡаты һалҡындар тураһындда иҫкәртә

Башҡортостанда аҙна башында һалҡын була, минус 28 градусҡаса һыуыта, тип иҫкәртә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 15-20, урыны менән 23-28 градус һалҡын. Көндөҙ — минус 7-12 , урыны менән 17 градус.
Шишәмбе Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 15-20, урыны менән 23-28 градус һыуыҡ. Көндөҙ — минус 8-13 градус. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа һауа минус 5 градусҡаса йылына.
Шаршамбы көндө лә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 13-18, урыны менән 21-26 градус һалҡын. Көндөҙ — минус 6-11 градус.
Башинформ.
Читайте нас