2020 йылдың 23 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда, шул иҫәптән, беҙҙең Стәрлетамаҡта ла ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса “Шыршы – 2020” оператив-иҫкәртеү операцияһы бара.
– Әлеге көндә яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланып ҡына тора, шуға күрә урман һағы инспекторҙары урман ҡануниәтен боҙоуҙы асыҡлау маҡсатында уларҙы әҙерләү урындарын ныҡлап тикшерә, – тип билдәләне Стәрлетамаҡ урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Рамаҙан Хәйҙәров. – Ошо операция барышында яңы йыл продукцияһын һатыу урындары буйлап рейдтар, шулай уҡ урман фонды ерҙәренә патруллек итеү ойошторола. Законһыҙ ташылған продукцияны асыҡлау маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ һәм стационар постар ҡуйылды.
Әйткәндәй, урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5000 һәм унан күберәк тәшкил итһә, законды боҙған өсөн ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға иректән мәхрүм итеү.
Бер-нисә йөҙ һум аҡса әрәм итмәйем тип, закон да боҙмағыҙ, тәбиғәткә лә зыян килтермәгеҙ, зинһар.