Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Декабрь 2020, 13:30

Яңы йыл төнөндә һауа торошона яҡынса фараз билдәле булды

Синоптиктар Яңы йыл төнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһында һауа торошона яҡынса фараз менән таныштырҙы.

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың 31 декабренән 2021 йылдың 1 ғинуарына һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Термометр бағанаһы -22 градусҡа тиклем төшә. Ҡар көтөлмәй.
2021 йылдың беренсе көнөндә -10 градусҡаса йылыта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған Яңы йыл төнө күпкә йылыраҡ булды: төндә -15, көндөҙ 0 градус.
Башинформ.
Фото яндекс.
Читайте нас