Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Декабря 2020, 13:15

Ҡырмыҫҡалы районында меңәрләгән балыҡ боҙға ҡуша туңған

Урында йәшәүселәр Ҡушҡар күлендәге ғәҙәттән тыш хәлде видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған. Улар әйтеүенсә, һыу ятҡылығына балыҡтар ыуылдырыҡ сәсергә инә. Көҙөн иһә улар быуа буйлап кире Ағиҙелгә төшә. Ләкин быйыл ҡоролма ябылған. Ҙур һыуҙан айырылған балыҡтар һауа етмәүҙән һәләк булған. Һөҙөмтәлә боҙ менән ҡуша туңғандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәлим Хажиев, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бүлеге белгесе:
- Был тәбиғи күренеш. Кешенең ҡыҫылышы юҡ. Балыҡ ыуылдырыҡ сәсеүгә ингән дә һыуҙың һайығыуы сәбәпле кире сыға алмаған. Беҙҙең белгестәр күлгә барҙы. Был хәл тураһында хәбәрҙарбыҙ.
https://bash.news/bash/news/141116-kyrmyckaly-rayonynda-menerlegen-balyk-bozga-kusha-tungan
https://bash.news
Читайте нас