Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
25 Декабрь 2020, 14:03

ҠОШТАР – БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР!

“Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар” – тиҙәр 55-се балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” төркөмө тәрбиәләнеүселәре. Беҙҙең төркөм балалары бигерәк тә ҡыш миҙгеленең бөтә ҡоштар өсөн дә ауыр осор икәнен белә.

Билдәле булыуынса, ҡа-натлы дуҫтарыбыҙ ҡышын һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан һәләк була. Һалҡындар башланыу менән ҡоштарға аҙыҡ етмәй. Сатлама һыуыҡ төндәрҙә туңмаҫ өсөн ҡоштарға бик күп энергия кәрәк. Шуға күрә, йәй көнөнә ҡарағанда ҡышҡыһын күберәк һәм йышыраҡ туҡланырға кәрәк беҙҙең дуҫҡайҙарға. Шул йәһәттән, беҙҙең балаларыбыҙ тәрбиәселәре, ата-әсәләре менән ҡоштарға ярҙам итеү маҡсатында төрлө ысулдар менән тағараҡтар эшләп элде.
Эй рәхәтләнделәр беҙҙең дуҫтар! Рәхмәт әйткән кеүек тәүҙә береһе, унан икенселәре баш эйә-эйә “ашхана”ла туйындылар ҙа шунан һайрай-һайрай күккә күтәрелделәр. Ә матур итеп осоп йөрөгән ҡоштар – үҙе илаһи күренеш!
Гөлнара МӨХӘМӘТШИНА, Рәсимә СОЛТАНМОРАТОВА,
55-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Читайте нас