Синоптиктар фаразы буйынса, 26 декабрҙә республикала урыны менән боҙлауыҡ көтөлә, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 16 метрға етеүе ихтимал. Был көндә башлыса яуым-төшөм булмай. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -13,-18, урыны менән -23, көндөҙ -8,-13 градус.
Йәкшәмбе, 27 декабрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкалары тайғаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -12,-17, аяҙытҡанда -22 градус. Көндөҙ ҡар, епшек ҡар, айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -2,-7 градус.