Ашҡаҙар
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Ғинуар 2021, 02:00

Бүреләр ҡотора Малдарҙы ғына түгел, кешеләрҙе лә тамаҡлай

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында бүреләр эттәрҙе һәм малдарҙы тамаҡлаған.

Йыртҡыстарҙың үҙебеҙгә ташла-ныуы ихтимал, тип борсола урындағы халыҡ. Ҡариҙел районында ҡырағай йәнлектәр этте ашап киткән. Йорт хайуанының хужаһы әйтеүенсә, төндә уның Бобик ҡушаматлы эте ниҙер һиҙенгән кеүек тойолған: шыңшыған һәм ерҙе соҡоған.
Абдулла ауылында ла ошоға оҡшаш хәл булған. Ас бүреләр, аҙыҡ эҙләп, ауыл уртаһына уҡ үтеп ингән. Йыртҡыстар бында ла эткә ташланған.
Ауыл халҡы балалар өсөн борсола, уларҙы өйҙән сығарырға, мәктәпкә ебәрергә ҡурҡа, сөнки хәҙер туҡталышҡа тиклем барыу бик хәүефле.
Ғинуарҙа Әбйәлил районында бүреләрҙең ҡолондарға ташланыу осраҡтары теркәлгәйне. Баймаҡ районында уҙған йылдың декабрь айында йыртҡыстар тиҫтәнән ашыу аттың башына еткән.
***
12 февралдә Иглин районының Ур-ман ауылынан ике саҡырым ғына ерҙә 20-25 йәштәр самаһындағы егеттең үле кәүҙәһе табылған. Мәйет бер ай самаһы ятҡанлығы асыҡланған. Йыртҡыстар-ҙан таланыуҙан һәм кимереүҙән уның кәүҙәһе яланғасланып бөткән. Оҙаҡ ятыуҙан ныҡ туңған мәйеттең кем икәнлеге әле булһа асыҡланмаған. Һуңғы версия буйынса, бүреләрҙең ҡорбаны булған егет ошо ауылдыҡы булырға тейеш, тип фаразлайҙар. 21 декабрҙә был ауылдан 19 йәшлек егет юғалған булған. Уның кем икәнлеген һәм үлеменең сәбәптәрен асыҡлау өсөн әле судмедэкспертиза билдәләнгән.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, йыртҡыстың йорт-ҡураға яҡынлаша башлауын эттәр һиҙә һәм алдан белгертеп өрә башлай. Ә инде улар ауылға килеп инеү менән, бар тереклек тымып ҡала икән.
Белгестәр әйтеүенсә, әле республикала 500-ләгән баш бүре иҫәпләнә. Бүреләрҙең әүҙемләшеүен популяцияның артыуына, шулай уҡ ҡарҙың аҙ булыуына бәйләйҙәр, шул арҡала уларҙы аулау ҡыйынлаша.
Йыртҡыстарҙы атыу – халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән әлегә берҙән-бер һөҙөмтәле сара. Бының өсөн һунарсыларҙы һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итеү күҙаллана.
Әлеге ваҡытта республиканың һи-геҙ (Асҡын, Баймаҡ, Дүртөйлө, Белорет, Илеш, Күгәрсен, Мәләүез һәм Шаран) райондарында ҡотороу буйынса ка-рантин иғлан ителгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡырағай хайуандан тешләнгәс тә табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки ҡотороу – үлемесле сир. Йорт хайуандарында сирҙең билдәләре, ғәҙәттә, 30-40 көндән һуң беленә.
Читайте нас