Өфө һәм Туймазылағы дауаханаларға талпандан тешләнгән ике пациент мөрәжәғәт иткән дә инде. Табиптар әйтеүенсә, көндәр йылыта башлау менән зарарлы бөжәктәр әүҙемлеге арта. Май байрамдарында халыҡ тәбиғәткә сыға, баҡсала эшләй. Ошоға бәйле, эпидемиологтар талпан энцефалиты һәм башҡа йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививка эшләтергә кәңәш итә. Рәсәйҙә етештерелгән вакцина яҡынса 350-400 һум тора, сит илдеке 1 мең һумға һатыла. Былтыр республикала талпан ҡаҙалып, 11 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Ә 50 кешегә талпан энцефалиты һәм боррелиоз диагнозы ҡуйылған.