Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Ғинуар 2021, 02:00

Тауыҡтарҙы төлкө тамаҡлай

Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылы халҡы төлкө һөжүменән нисек ҡотолорға белмәй ҡаңғыра.

Һуңғы ваҡытта һарайҙағы ҡош-ҡортто төлкөләр тамаҡлап аптырата икән. Халыҡ был хәлдән нисек сығырға белмәй, әллә төлкөләр ҡоторған микән тигән уйға ҡалған. Кемдән һораһаң да шул бер үк хәл: төндә генә түгел, хатта көпә-көндөҙ кемдеңдер – унарлаған, кемдеңдер егермешәр тауығын төлкө тамаҡлап китә икән.
Хәлде тикшерә торғас, участка полицейскийы бер нисә йыртҡыс өңөн тапҡан. Ғәмәлдә иһә ауылға һөжүм итеүселәр һаны тағы ла күберәк. Район етәкселеге, ветеринар хеҙмәттәр һәм һунарсылыҡ хужалыҡтары бер-гәләшеп ҡапҡан һалып, ағыу һалып көрәшкә тотонған осраҡта төлкөләр-ҙең һөжүмен туҡтатырға була, тигән фекерҙә ауыл халҡы.
Бығаса булмаған хәлдең сәбәбен ҡышҡыһын ҡар булмағанлыҡтан кү-рәләр. Ни өсөн тигәндә, ҡаты һыуыҡ арҡаһында яландағы сысҡандар туңып ҡырылған, шунлыҡтан, ас төлкөләр ауылға ябырыла башлаған, тип аңлаталар.
Нисек кенә булмаһын, ҡош-ҡортон ҡурсалар өсөн һәр кем үҙенсә тырыша. Кемдәрҙелер шлакоблоктан һалынған һарай ҡотҡара, кемдәрҙеңдер овчаркаһы һаҡлай. Кемдәргәлер йәне сығып барған тауыҡтан төнгөлөккә ҡарасҡы яһап һалыуҙан башҡа сара юҡ.... Тик, әлеге лә баяғы, хәйләкәр төлкө бындай тоҙаҡҡа әллә ни алданып бармай икән шул. Инде ниндәй генә саралар күреп ҡараһалар ҙа, әлегә хәлдәр үҙгәрешһеҙ ҡала. Әгәр эштәр былайға китһә, бөтөнләй ҡош-ҡортһоҙ ҡалыуың бар, тип хафалана ауыл халҡы. Өс ай эсендә ауылда дөйөм алғанда төлкө һөжүменән 200 мең һумдан ашыу зыян күрелгән.
Читайте нас