Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
8 Ғинуар 2021, 13:00

Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль эҫе булыр

Ғинуар ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр.Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер.

Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.
Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫекилер.
Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.
Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр».
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер.
Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә, сатнама һыуыҡтарға.
Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара.
Әгәр инде көтмәгәндә күк күкрәһә, көслө ел сығыуын көт тә тор.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор.
Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Сәүкәләр өймәкләшеп осһа, һауа торошо яҡшырыуға.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыуға.
Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
Ут дөрләп янһа – әсе һыуыҡтарға, насар һөйрәһә – көндөң епшеүенә.
Мейестәге ут ялҡынланып янһа – әсе һыуыҡҡа, аҡһыл төтөнләнеп торһа – көн йылытыуға.
Торба шаулаһа – әсе һыуыҡтарға.
Һарайҙа ат бесән өҫтөнә ятһа, епшек көнгә.
Ат «хырылдаһа», көслө буранға.
Төндә әтәс ҡысҡырһа – көндәр йылыныуға.
Тауыҡтар оса башлаһа ла, әсе һыуыҡтарға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа ла, әсе һыуыҡҡа.
Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, һыуҙа йыуына башлаһа – тиҙҙән йылытыр.
Турғайҙар тауыҡ ояһынан мамыҡ, ҡанат йыя башлаһа – сатнама һыуыҡтарға.
Әгәр инде турғайҙар ағаста шым ғына ултырһа – елһеҙ генә ҡар яуыр.
Өймәкләшеп ҡарғалар, сәүкәләр күк йөҙөндә өйрөлһә, күп итеп ҡар яуыр.
Ҡарғалар тубы менән ҡарҡылдашһа, тиҙҙән һыуытыр.
Ҡарға төшкөһөн төньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – әсе һыуыҡҡа, көньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – епшек көнгә.
Читайте нас