Нисек кенә булмаһын, урамдар-ҙы көрттән әрсергә кәрәк, был йәһәттән ҡаланың төп юлдарында каникулдың һуңғы көнөнә ҡарай ҡар яуа башлағас та, махсус техника эшен башланы. Башта йәмәғәт транспорты ағылған проспекттар таҙартылһа, артабан көндө-төнгә ялғап эшләгән егеттәр яйлап “икенсе пландағы” урамдарға күсте.
“Хөрмәтле ҡала халҡы! Яуған көслө ҡар ҡыйынлыҡтар килтерҙе. Быға бәйле ҡаланың торлаҡ коммуналь хужалығы техникаһы тәүлек әйләнәһе эш режимында эшләй”, – тип яҙып сыҡты үҙ сәхифә-һендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакими-әте башлығы Владимир Куликов.
Ҡала башлығы һүҙҙәренсә, юлдарҙы таҙартыуға “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” һәм “Ремонт һәм төҙөкләндереү идаралығы”нан 50-нән ашыу техника, тағы ла башҡа торлаҡ коммуналь хужалығы ойошмаларынан өҫтәмә 14 ҡар таҙартыу техникаһы йәлеп ителгән, 200-ҙән ашыу кеше эшләй.
Ихата эсендәге ҡарға килгәндә, уны идарасы компаниялар һәм торлаҡ хужалары ширҡәттәре таҙартырға тейеш. Идарасы компанияларға был эште әүҙем-ләштерергә ҡушылған. Әммә, ҡайһы бер йорт ихаталарына күҙ һалғанда, әүҙемлек һүлпән бара, ҡайһы бер йорт алдары бөгөн дә таҙартылмаған. Әйткәндәй, бындай хәлгә социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәрен йыйыусы “Инцидент” системаһы аша дәғүә белдереүселәр ҙә етерлек. Бер хужалыҡҡа бер трактор булған осраҡтар бар, ә шул уҡ ваҡытта күпме күп ҡатлы йортто хеҙмәтләндерергә кәрәк. Ошондай мәлдәрҙә идаралыҡ компанияларына өҫтәлмә техника-сығымға мөрәжәғәт итергә кәрәк тә бит, тик ашыҡмайҙар шул, әйтерһең дә тубыҡтан яуған ҡарҙың табан аҫтына ғына йәбешерлек батҡаҡҡа әйләнгәнен көтәләр…
Нисек кенә булмаһын, тубыҡтан булған ҡар автоһәүәҫкәрҙәргә лә, йәйәү йөрөүселәргә лә ҡыйынлыҡтар килтерә. Әммә йыл да бер балыҡ башы тигәндәй, трактор килеп тә ихата алдарын таҙарта алмай киткән осраҡтар ҙа бар. Бында иһә фатир хужалары үҙҙәре ғәйепле. Кемдер эшкә еңел автомобилен өйҙә ҡалдырып китә, кемдеңдер ике-өс “тимер аты” бар. Был ҡыш буйы ял иткән техника ҡар таҙартыуға ҡамасаулай ҙа инде. Тракторсылар иһә машина өҫтөнә барып менеүҙән ҡурҡа, ә ҡайһы бер автомобилдәрҙең бер тәгәрмәсе шул трактор хаҡы торғанын иҫәпкә алғанда, тракторсыны ла, ҡар таҙартылмай ҡалыуын да аңларға була. Әммә һуңынан килеп йәнә үҙебеҙ ҡарҙы таҙартмайҙар тип идаралыҡ компанияларын әрләй-
беҙ түгелме? Ғөмүмән, ул проб-леманы ла ҡар аҫтынан соҡоп сығарырға ваҡыттыр. Ситтән ҡарағанда, алдыбыҙға үҙебеҙ көрт өйәбеҙ төҫлө.
Әлбиттә, ҙур ҡаланы бер тынала таҙартып сығып булмай, шулай ҙа тейешле хеҙмәт үҙ эшен тиҙ арала башҡарып сығыр тип өмөтләнергә генә ҡала.