Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Ғинуар 2021, 14:50

Ҡупшыҡайҙарҙы сүплеккә? Юҡ, эшкәртеү цехына!

Стәрлетамаҡта “Елки, палки и щепа” шыршы йыйыу экологик акцияһы башланды. Уның маҡсаты – Яңы йыл байрамында ҡулланылған шыршы, ҡарағай һәм пихта ағастарын ҡабаттан эшкәртеүгә тапшырыу.

Шыршыларҙы ике пунктта йыялар тип хәбәр итәләр ҡала торлаҡ-коммуналь хужлығы идаралығынан: Артём урамы, 128 һәм Сәғитов урамы, 2Д адресы буйынса.
Шыршыларҙы махсус техника йыйып икенсел эшкәреү өсөн оҙатасаҡ. Шыршыларҙы йыйыу 25 ғинуарға тиклем дауам итә. Әлеге һүрәттәге һымаҡ сүплеккә ырғытҡансы, ошондай юл отошлораҡ.
Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Читайте нас