Күркәм табын түрҙәрендә
Ғорур ғына ултырҙы.
Баш осонда йондоҙ уйнай,
Кейем ине йылтырҙан.
Әллә ни итеп, тирәләп,
Өйөрөлдө балалар.
Матурҡай тип, ҡупшыҡай тип,
Һоҡланышты ололар.
Кисә генә өйҙө йәмләп,
Ирәбеләп ултырҙы.
Бөгөн күрҙем – бер сүплектә
Ята ине ул шыршы.
Баштарында йондоҙ һүнгән,
Булмаған урман күрке...
Бындай хәлдә күреүҙәре
Түгел ине һис көлкө.
Яланғас ҡулдарын һоноп,
Ята шыршы аҡ ҡарҙа...
Ошондай хәлдәргә ҡала
Иң ҡәҙерле ҡарттар ҙа.