Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
22 Января 2021, 10:30

ТОРАТАУҒА УН КӨНДӘ БИШ МЕҢ КЕШЕ КИЛГӘН!

“Быйыл йәй республикаға килеүсе туристар һаны ике тапҡырға артҡан”, – тип яҙып сыҡҡайны социаль селтәрҙә беренсе вице-премьер Андрей Назаров үткән йылда. Тармаҡты үҫтереү маҡсатында юл буйҙарында туристар өсөн туҡталыу урындары һанын арттырыу тураһында ҡарар ҙа ҡабул ителгәйне. Был да үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы.

Билдәле булыуынса, йыл һайын Башҡортостанға 2-2,5 миллион турист килә ине. Былтыр пандемия осоронда сит илдәргә сәйәхәттәр тыйылып торҙо һәм аҙаҡ илдә туризм миҙгелен асыу рөхсәт ителде. Шул рәүешле Башҡортостанда үҙаллы туризм артты һәм ул 2 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән. Был турала Башҡортостандың Туризм буйынса комитет рәйесе Салауат Нафиҡов белдергән.
Ә быйыл иһә Башҡортостанға 3,2 миллион тирәһе турист килер тип көтөлә. Мәҫәлән, Яңы йыл байрамдарында ғына ла Торатауҙа 4500 кеше булған. Шуларҙан 2 меңе – балалар. Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһендә 2 мең турист булһа, 2500 кеше парапланда осҡан, аттарҙа һәм ҡаргиҙәрҙә йөрөгән, спорттың уҡтан атыу төрөн һайлаған.
Әйткәндәй, Быйыл Башҡортостанда туристар өсөн навигация күрһәткестәрен (федераль, төбәк һәм урындағы юлдар, ҡалаларҙа навигация) һанын 1500-гә тиклем арттырмаҡсылар. 2020 йылда 877 күрһәткес-билдә ҡуйылған. Ғөмүмән, республикала был өлкәне үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе шаҡтай иҡтисади аҙымдар ҙа яһала. 2021 йылда Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы 300 километрға тиклем артасаҡ, мәҫәлән. Сығымдар ғына түгел, табыш та арта бара, әлбиттә: әйтәйек, былтыр ғинуар-ноябрҙә туризм өлкәһендәге хеҙмәттәр күләме 3,9 миллиард һум тәшкил иткән. Иң мөһиме: туристар ҙа, был өлкә өсөн яуаплылар ҙа төбәктә туризм алға киткәнен күрә, ял итергә теләй һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә: Башҡортостан “Урал аръяғы-2020” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәргән өсөн “Russian Event Awards-2020” туризм өлкәһендәге милли премияһының “Иң яҡшы туристик MICE-ваҡиғаһы” номинацияһында гран-при яуланы. Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың тағы берәүһе “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” булдырылыуы мөмкин. Был яңылыҡ та үҙ файҙаһын бирмәй ҡалмаҫ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Һүҙ – ял итеүселәргә:
Гүзәлиә БАРДОВСКАЯ:
– Яңы йыл каникулдарының һуңғы ике көнөндә беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән изге тауыбыҙ – Торатауға барҙыҡ. Йәй көнө күп тапҡырҙар бында булһаҡ та, әле инде Торатауҙың ҡыш көнө айырыуса матур булыуына инандыҡ. Торатау аҡ мамыҡ юрған ябынғандай, ҡайһы бер урындарында ғына таштар күренгеләп ҡала. Тау итәгендә күптәр сана шыуа ине. Беҙ инде әллә ҡайҙан уҡ уттары йымылдап торған шыршы янына килдек. Балалар тауҙа шыуҙы, лабиринт буйлап шыуышты. Ә беҙ, өлкәндәр, ҡаргиҙәрҙә йөрөнөк. Балаларға инде санала шыуыу оҡшаны. Әлеге заманда атта йөрөү – балалар өсөн экзотика. Улар ҙур ҡәнәғәтлек менән аттарҙы ашатты һәм уларға киләһе йылда ла бында килергә вәғәҙә иттеләр.
Алмаз ШӘРӘФЕТДИНОВ, 20-се мәктәптең 4-В класс уҡыусыһы:
– Минең ҡышҡы каникулым Отрадовка паркында йүгереүҙән башланғайны. “Ҡарға ояһы” (“Воронье гнездо”) турбазаһында санала йөрөнөм, боҙҙа шыуҙым. Ә каникул тамамланыр алдынан әсәйем менән Торатауға барҙыҡ. Тауҙың башына менергә тигән күптәнге хыялымды тормошҡа ашыра алдым. Тауға менгәндә бер аҙ арыһам да, тау башында тын алыуы рәхәт булды, тирә-яҡтағы ҡалалар һәм ауылдар күренеп тора. Торатауҙы барып күрергә бер ҡасан да һуң түгел, дуҫтар, каникул бөтһә лә, ялдарҙа йөрөргә мөмкин!
Читайте нас