Һауа температураһы көндөҙ – 4 градус, төндә - 5, -10 градус, аяҙытҡанда -15 градусҡаса етәсәк. Көньяҡтан секундына 6 метр тиҙлектә талғын ел иҫәсәк. Алдағы ике көндә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, яуым-төшөм көтөлмәй. Термометр бағанаһы төндә -7, -12 градус, аяҙытҡанда -17 градусҡаса төшә, көндөҙ - 0, -5 градус, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа -10 градус. Ел күбеһенсә көньяҡтан, талғын иҫәсәк.