Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Ғинуар 2021, 06:00

Февраль башы йылы буласаҡ

Ғинуар бөткәнсе республикала көндәр аномаль йылы торасаҡ. Уртаса һауа температураһы ғәҙәттәгенән 10-12 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.

Ял көндәрендә һауа температураһы -3,-8 градус, аяҙытҡанда урыны менән -13 градусҡа етәсәк, көндөҙ 0,-5 градус тирәһе буласаҡ.
Күпселек райондарҙа бер аҙ яуым-төшөм көтөлә – епшек ҡар яуасаҡ. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ буласаҡ. Көньяҡтан талғын ел иҫәсәк.
Башгидрометүҙәк синоптиктары февралдең тәүге биш көнөндә көндәр йылы торасаҡ тип фаразлай.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас