Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Февраль 2021, 09:00

Көндәр боҙола...

Февраль башында көньяҡтан иҫкән йылы һауа яҙғы көндәрҙе хәтерләтеп алды. Уртаса температура норманан 8-12 градусҡа артып китте. Республиканың таулы райондарында максималь температура +5 градусҡаса күтәрелде. Әммә ял көндәрендә хәлдәр ҡырҡа үҙгәрәсәк.

Көньяҡ йылыһын Рәсәйҙең төньяҡ-көнсығыш райондарынан иҫкән һыуыҡ алмаштырасаҡ. Һауа температураһы 6 февралдә 0,-5 градустан -8,-13 градусҡа тиклем төшәсәк. Шәмбе көндө көн ныҡ ҡына боҙолоп китер: ҡар ҡатыш ямғыр яуып торор, ҡайһы бер урындарҙа боҙлауыҡ булыр, ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар йәбешер, ел көсәйеп секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеп, көслө буран сығыр. Юлдарға көрт һалып, ҡар өйөмдәре барлыҡҡа килер, тайғаҡ булыр.
7 февралдә яуым-төшөм бер аҙ тымып ҡалыр, әммә көслө ел сыҡҡанда буран ҡотороп алыр, юлдарҙа ҡайһы бер урындарҙа һепертмә буран сығып, һырынтылар һалыр, тайғаҡ булыр. Һауа температураһы төндә -16,-21 градусҡаса түбәнәйер, аяҙытҡанда -26 градусҡа, көндөҙ -15,-20 градусҡа етер.
Киләһе аҙна башы һыуыҡ буласаҡ, ғәҙәттәгегә ҡарағанда 6-8 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.
Башгидрометүҙәктең матбуғат хеҙмәте шундай хәбәр ебәрҙе.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас