Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Февраля 2021, 10:05

Яҙ иртә килмәксе

Ҡышҡы селлә һыуығы сигенә башланы буғай. Февраль дә ғинуар ағаһынан ҡалышмай, һыйыр мөгөҙөн һындырмаһа ла, биттәрҙе семетеп алды. Ни тиһәң дә, февралдең бишенә тиклем - ҡышҡы селлә, ә унан һуң 12 көн хут тигәне лә бар бит әле. “Хут – күҙеңә ут” тигән боронғолар. Йәғни, уныһы селләнән дә арттырып ебәрә. Нисек кенә булмаһын, февраль – ул берсә шаҡырайтып ҡуйып һыуытып, берсә шашып-шашып буранлап, берсә ямғыр яуҙырып алдаштырып ала ла, беҙҙе яҙға әҙерләй башлай.

Айҙың икенсе аҙнаһы ысын ҡыш айындағыса була: һауа температураһы көндөҙ -14, -16 градус, төндә -18, -20, аяҙытҡанда -30-ға уҡ төшөп китә. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, яуым-төшөм дә булып алыр – ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуып үтер.

20 февралдән республикаға йәнә аномаль йылы килә – термометр бағанаһы ни бары - 2 градус күрһәтәсәк, көндәр буйы ҡар яуып торасаҡ, ә төндә - 9 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Февралдең бындай ҡылығы ай бөткәнсә барасаҡ – уртаса һауа температураһы - 3 градус тирәһе буласаҡ һәм плюс менән минус араһында «һикерәсәк».
Әгәр ҙә метеорологтарҙың был фаразына ышанһаҡ, 2021 йылғы яҙ иртә килә тигән һүҙ, март башында уҡ тамсы йырлай башлаясаҡ.
Роза ҠОБАҒОШОВА
Читайте нас