Ашҡаҙар
+23 °С
Ясно
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Марта 2021, 12:20

Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында көслө ҡар яуа

Башҡортостанда 19 мартта көндөҙгө сәғәт 4-кә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 177-се, 178-се, 179-сы саҡрымында йөк транспорты хәрәкәтенең ҡатмарлашыуы күҙәтелә. Был көслө ҡар яуыуға бәйле.«Юл техникаһы эшләй, эҙемтәләр бөтөрөлә. Участкала хәрәкәтте ойоштороуға юл-патруль хеҙмәте экипаждары йәлеп ителгән», — тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт автоинспекцияһынан.Ведомствола автоһәүәҫкәрҙәргә ошо йүнәлештә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирелде.

Башҡортостанда 19 мартта көндөҙгө сәғәт 4-кә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 177-се, 178-се, 179-сы саҡрымында йөк транспорты хәрәкәтенең ҡатмарлашыуы күҙәтелә. Был көслө ҡар яуыуға бәйле.
«Юл техникаһы эшләй, эҙемтәләр бөтөрөлә. Участкала хәрәкәтте ойоштороуға юл-патруль хеҙмәте экипаждары йәлеп ителгән», — тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт автоинспекцияһынан.
Ведомствола автоһәүәҫкәрҙәргә ошо йүнәлештә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирелде.
Башинформ.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы.
Читайте нас