Бынан тыш социаль селтәрҙәрҙә ошондай хәлдең Ырымбур һәм Ульяновск өлкәләрендә лә күҙәтелеүе хаҡында әйтелә. Һуңғыһы тураһында белгестәр ҡарҙың төҫө үҙгәреүен ҡытайҙың тиҫтәләгән йылдар дауам иткән ҡом дауылдарына бәйләй. Был хаҡта төбәк метео-хеҙмәте белдергән. Ә Татарстанда ҡар пробаларын алғандан һуң һөҙөмтә 7 көн үткәс билдәле буласаҡ, - тиҙәр ведомствола.