Сара Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ташҡынға ҡаршы ҡала ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең техник күргәҙмәләре менән танышып сығыуҙан башланып китте. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт һәм башҡалар ташҡынға әҙерлек көстәрен ентекләп ҡарап сыҡандан һуң, әйтергә кәрәк, әҙерлекте юғары баһаланы. Ирек Хәйривара улы һүҙҙәренә ҡарағанда, тейешле матди-техник база бар, көслө ташҡын була ҡалһа, ҡала халҡына ярҙам итерҙәй махсус өйрәтелгән кешеләр етерлек. Ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән күҙәтеү һәм халыҡҡа еткереү урындары булдырылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау һәм бөтөрөү өсөн ҡотҡарыу кәрәк-яраҡтары – барыһы ла бар. Йылғалар ташҡан ваҡытта һыу баҫыу ҡурҡынысы көтөлгән ерҙәрҙә йәмәғәтселек тәртибен тәьмин итеү өсөн РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы көстәре, ә янғынды һүндереү өсөн янғын-ҡотҡарыу гарнизоны егеттәре, шулай уҡ беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн – “ашығыс медицина ярҙамы” бригадалары күптән әҙер инде. Шулай уҡ урам буйлап бөтә халыҡҡа хәбәр итеп йөрөүсе махсус автомобилдәр шул мәлде көтөп кенә торған һымаҡ, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер!
Ҡала хакимиәтендә артабан үткәрелгән кәңәшмәлә яҙғы ташҡын үҫешен фаразлау, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен йомшартыу буйынса сараларҙы ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиттең мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Вилора Грохольская йылғаларҙың ҡышҡы һыуы элекке йылдар менән сағыштырғанда 20-30 процентҡа юғары тип тип белдерҙе. Ағиҙел йылғаһының тупраҡ дымланыу тәрәнлеге 75 мм, был нормаға яҡын. Ағиҙел йылғаһының Стәрлетамаҡ районындағы максималь кимәле 390-490 сантиметрға етер тип көтөлә.
БР буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығының территориаль бүлеге начальнигы Алмаз Сәләхов иһә ташҡын ваҡытында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү тураһында бәйән итте. Һыу үткәреү һәм канализация ҡорамалдарының һәм селтәрҙәрҙең санитар торошо контролгә алынған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы эсә торған һыуҙың 6 пробаһын алып тикшергән, уларҙың барыһы ла санитар норма талаптарына яуап биргән. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарының эше тураһында ла фекер алышты. Берҙәм диспетчер хеҙмәттәренең һыу ташыу тураһында мәғлүмәтте ваҡытында еткерергә тейешлеге тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Хакимиәт башлығы Владимир Куликов ташҡынға ҡаршы ҡала хакимиәте комиссияһы һәм авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлеге тураһында һөйләне. Һыу баҫыу ихтималлығы булған ерҙә йәшәүселәр менән аңлатыу эштәре алып барыла. Хәбәр итеү приборҙары тикшерелә, предприятиеларҙа авария-ҡотҡарыу бригадалары араһында учениелар үткәрелеп тора. Шулай уҡ йылғаларҙың акваторияһы һәм күперҙәр торошо мониторингы алып барыла. “Ҡала ташҡынды йырып сығырға әҙер”, – тип билдәләне Владимир Иванович.
Сара һуңында Ирек Сәғитов “БСК” акционерҙар йәмғиәтенә смотр-конкурста граждан оборонаһының яҡлау ҡорамалдарын яҡшы тотҡандары өсөн 1-се урын алыу тураһындағы дипломды, ә “Межрайкоммунводоканал” муниципаль унитар предприятиеһына ошо уҡ конкурста 3-сө урын алыу тураһындағы дипломды тапшырҙы. Шул тиклем юғары кимәлдәге әҙерлек булғанда быйылғы ташҡынды ла еңербеҙ тигән өмөт ҡалды.