Көндәр оҙонайған һайын яҙ ҡояшы нурҙарын йомартыраҡ һибә. Оҙаҡламай йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыр, умырзаялар баш ҡалҡытыр.
Синоптиктар тиҙҙән, йәғни бер-ике көндән термометр бағанаһы +10 градусҡаса күтәреләсәк, тип вәғәҙә итә.
24 мартта һауа температураһы төндә -2... -7 градус. Аяҙытҡанда -12 градус, көндөҙ 0... +5 градус, көньяҡ-көнсығышта +10 градус буласаҡ.