Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Март 2021, 10:15

Күләүек һыуын һиптереп, туҡмап киткәндәр.

Барыһы ла аҙыҡ-түлек магазины эргәһендә булған. Зыян күреүсе 41 йәшлек Иван Вяткинға был һөжүмдән һуң дауаханаға мөрәжәғәт итергә тура килгән. Ваҡиға Ставрополдә булған, егеттәрҙе тотҡандар. Улар спортсы булып сыҡҡан. Ғәфү үтегәндәр... Кейемде йыуып алырға була, тик бала алдында туҡмалған атайҙың бәҫе күпкә ҡиммәтерәк. Был хәлде бала хәтеренән юйып ташларлыҡ түгел.

Ә конфликт юҡ урындан барлыҡҡа килгән тиһәң дә була. Атай кеше улын етәкләп тротуар буйлап атлап китеп барған. Шул саҡ үтеп китеп барған машина өҫтәренә күләүектә булған һыуҙы һиптереп үтеп китә. Атай кеше автомобилдә китеп барыусыларға ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп ҡысҡырған. Автомобилдә китеп барыусылар быны ишетеп туҡтаған һәм ... ҡалғанын видеола үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Һыу менән ҡойондороп, өҫтәүенә туҡмап та китеүҙәре башҡа ла һыймай. Шулай ҙа яҙ етте, тирә яҡта күләүектәр, йәйәүлеләргә ҡайҙа ҡасырға?
Читайте нас