Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 24 мартта киске сәғәт 8-ҙән 25 март киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Төндә, иртән урыны менән юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә -4,-9, урыны менән -14, көндөҙ +1,+6. градус. Төндә, иртән юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан.
Өфөлә был осорҙа аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Төндә, иртән юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә -7,-9, көндөҙ +2,+4 градус була.