"Әгәр бөтә вегетацион миҙгелде ҡылыҡһырлаһаҡ, был миҙгел апрелдән сентябргә тиклем дауам итә, ил буйынса һауа температураһы нормаға яҡын һәм хатта юғарыраҡ буласаҡ тип фаразланыла.
Ғалимдың һүҙҙәренә ҡарағанда, апрель йылы киләсәк, хатта йылылыҡ 15 градусҡа етәсәк.
Ғалим майҙа ла йылы буласаҡ тип вәғәҙәләй.
Ә бына яуым-төшөм аҙ булмаҡсы. Июндә лә, июлдә лә көндәр, августа ла көндәр эҫе торасаҡ. Ҡоролоҡ булыуы ихтимал. Шулай уҡ сентябрь ҙә йылыһы менән иркәләр, - тип вәғәҙә итә Вильфанд. Көндәр ниндәй булһа ла, иң мөһиме, илгә йотлоҡ килмәһен дә, яман сирҙәр ялмап алмаһын. Мул уңыш йыйып алып һөйөнөргә булһын!