Апрель башында айыуҙарға өңдән сығыу һуңыраҡ тип баһалана. Был оҙайлы ҡыш менән аңлатыла. Тәүге ике аҙнала йоҡонан уянған тайыштабандар әле тамыр, ағас бөрөләре менән туҡлана. Әгәр көндәр һалҡынайһа, айыу кире өңөнә йәшенеүе лә ихтимал. Апрель уртаһында иһә инә һәм кескәй ауыуҙар ҙа сыға.