«Башинформ», агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын ваҡытында 41 муниципаль биләмә һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Республикала 230 ауылға, 11 меңдән ашыу йортҡа, 30 меңдән ашыу кешегә һыу баҫыу хәүеф янай.
Яҙғы ташҡынға бәйле, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның күсмә ултырышы булды.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның беренсе урынбаҫары Юрий Тротт һәм башҡалар ҡатнашты.
Ултырышта ҡатнашыусылар башта Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда булды, унда ташҡынға ҡаршы бригадалар һәм ҡаланың ашығыс ярҙам хеҙмәттәре уҙғарған смотрҙы (сараларҙы) ҡараны. Ирек Сәғитов Стәрлетамаҡта яҙғы ташҡынға әҙерлек кимәлен юғары баһаланы.
Унан һуң саралар ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә яҙғы ташҡын мәсьәләләренә бәйле кәңәшмә уҙғарҙы. Унда ташҡын осоронда санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен кәметеү мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡ начальнигы Вилора Грохольская, йылғаларҙың ҡышҡы һыуы күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр менән сағыштырғанда 20-30 процентҡа юғары, тип билдәләне. Стәрлетамаҡ тәңгәлендә Ағиҙел йылғаһы кимәле 390-490 см буласаҡ тип көтөлә.
Ҡала етәксеһе Владимир Куликов һыу баҫыу хәүеф янаған зонала йәшәүселәр менән мәғлүмәт эштәре алып барылыуы, хәбәр итеү системаларын тикшереү, ҡала предприятиеларында авария-ҡотҡарыу бригадалары араһында күнекмәләр уҙғарылыуы, шулай уҡ йылғаларҙың һәм күперҙәрҙең торошо даими тикшерелеп тороуы тураһында һөйләне. Ҡыҫҡаһы, Стәрлетамаҡ 2021 йылдың яҙғы ташҡынына әҙер.