«Мәтәле ауылы эргәһендәге Әй йылғаһының тәүлек эсендә 127 сантиметрға күтәрелеүе теркәлгән, хәҙер уның кимәле – 412 сантиметр. 690 сантиметрға етһә, туғай һыу аҫтында ҡала. Дим йылғаһында һыу кимәле 77 сантиметрға күтәрелеп, 319 сантиметр тәшкил иткән», — тип билдәләнеләр ведомствола.