Был сарала республиканың башҡарма власть органдары, муниципалитеттар, геопарктар, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, республиканың Стратегик эшләнмәләр үҙәге, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
“Бөгөн 2035 йылға тиклем Туризм үҫеше стратегияһының төп мәсьәләләрен асыҡлау буйынса эште дауам иттек. Быға тиклемге сессия эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тарафынан тәҡдим ителгән проект башланғыстарын йыйырға, тармаҡ проблемаларын формалаштырырға ярҙам итте. Бөгөнгөһөндә ҡатнашыусылар был хаҡта әүҙем һөйләште һәм процесс барышында фунциональ ҡарарҙарҙы билдәләне”, – тине республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.
Сарала ҡатнашыусылар ун командаға бүленде, Идара итеү практикаһы үҫеше үҙәге рәйесе Сергей Лоханов, шулай уҡ Төбәктәр үҫеше үҙәге эксперты Валерий Медовый модератор булды. “Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тарафынан туризм үҫешенә ҙур иғтибар бүленә – ярҙам итеүҙең мотлаҡ саралары эшләнә, норматив база камиллаша. Республикабыҙҙың туристар араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыу өсөн бөтөн мөмкинлектәре бар. Ошоға ярашлы инфраструктура, ҡалалар ситендә отелдәр, кемпингтар, глэмпингтар, төрлө туристик маршруттар булдырыу мөһим”, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите