Республикалағы 15 районда яҙғы ташҡынға бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Өфө, Бишбүләк, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Дыуанда йылғаларҙа боҙ тығылыу йәки ҡар иреү сәбәпле ауылдарға һыу үтеп инде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы белгестәре тығындар барлыҡҡа килгән урындарҙа боҙ шартлатыу эше алып бара. Һыу баҫҡан ауылдарҙа кешеләр ваҡытлыса йәшәү пункттарына урынлаштырыла. Улар аҙыҡ-түлек һәм һыу менән тәьмин ителә. “Зыян күргән төбәктәрҙә эсер һыуға иғтибарлы булырға кәрәк”, - тине Башҡортостан буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы вәкиле Лариса Кильдюшова.
Республикала ташҡындан зыян күреүселәргә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы ярҙам итә. Башҡарма комитеттың төбәк етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, халыҡтан заявкалар ҡабул ителә. Бәйләнеш телефоны: 8-800-201-89-03.