Әммә көндәр ҡапыл һыуытасаҡ, ял көндәрендә төньяҡтан килгән һыуыҡ йылыны көньяҡҡа ҡыҫырыҡлаясаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Республикала һауа температураһы төндә -2,+3 градус, көндөҙ +5,+10 градус тирәһе буласаҡ. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуып алыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ.
19 апрелдә дүшәмбе көндө төндә һауа температураһы 0,-6 градус, көндөҙ +3,+ градус тирәһе буласаҡ. Һауаның уртаса тәүлек температураһы 0,+3 градусҡа төшәсәк, был инде норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк тигән һүҙ.