Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Апрель 2021, 05:20

Эстәрле һыуы ҡайта башланы

Эстәрле һыуы кимәле кәмеүгә табан бара, хәҙер ул 386 см-ға етте. Тәүлек эсендә һыу кимәле 131 см-ға кәмегән, тип хәбәр итәләр ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенән.

Ағиҙел йылғаһы кимәле 9 см-ға ҡайтҡан һәм 258 см. Хәүефле кимәле - 449 см.
Ашҡаҙарҙың һыуы 15 см-ға күтәрелгән. Уның кимәле 316 см. Хәүефле кимәле - 350 см.
Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13 апрелдә Стәрлетамаҡҡа БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан вәкилдәр һәм Кама һыу ресурстарының федераль агентлығы идаралығы етәкселеге килеп киткән. Улар Ашҡаҙар, Эстәрле һәм Ағиҙел йылғаларының торошон билдәләгән. Ағиҙел әлегә ныҡлап ташмай, ни өсөн тигәндә Йомағужа һыуһаҡлағысына ҡойған ҡушылдығы әлегә минималь хәлдә.
"Стәрлетамаҡ өсөн төп кәртә булып Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары тора. Һыу баҫыу ҡурҡынысын булдырмаҫ өсөн уларҙың эш режимын көйләйәсәкбеҙ", - тип билдәләй белгестәр.
Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Читайте нас