Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Апрель 2021, 10:50

Йәй һымаҡ булды бөгөн

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында, 15 апрелдә аномаль эҫе һауа торошо көтөлә, тип иҫкәрттеләр.

Уртаса температура норманан 7-10 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй, тигәйнеләр, ысынлап та шулай булды. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр, көндөҙ 12 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +2, +7, көньяҡ-көнсығышта -3, көндөҙ +17, +22.
Апрелгә хас булмаған һауа торошо оҙаҡ һаҡланмай, тип белдерә синоптиктар. Ошо ял көндәрендә республикаға төньяҡ һалҡын һауа массаһы үтеп инә. Һалҡын фронт һауа температураһын төндә -2, +3-кә, көндөҙ +5, +10-ға тиклем түбәнәйтә. Урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.
Читайте нас