Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Апрель 2021, 07:55

ҺАЛҠЫН ТӨНДӘР КӨТӨЛӘ

Башҡортостанда алдағы өс көндә һалҡынайта.Был турала Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй, ел төньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5,-10 градус булғайны, көндөҙ +6, +11 тиклем йылыта.
Иртәгә, 20 апрелдә, яуым-төшөм булмай, ел йүнәлешен алмашындырыусан, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә -0,-5 градус булһа, көндөҙ +8, +13.
21 апрелдә шулай уҡ яуым-төшөм көтөлмәй, ел көньяҡ-көнсығыштан, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +1,-4, урыны менән -9, көндөҙ +12, +17 градус була, тип фаразлана.
Читайте нас