Ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, өс тәүлек эсендә Ағиҙелдә һыу кимәле 42 см-ға артҡан, кисә иртәнге сәғәт 8-ҙә ул 295см булған.
Ашҡаҙар йылғаһы Новофёдоровка ауылы тирәһендә – 153см, өс тәүлектә 97 см-ға һайыҡҡан. Эстәрле йылғаһы Отрадовка ауылы тапҡырында – 316 см, өс тәүлек эсендә 44 см-ға ҡайтҡан.
Ағиҙел өсөн хәүефле кимәл 449см, Ашҡаҙар – 350 см, Эстәрле өсөн - 494см.