19 апрелдә иртәнге сәғәт 8-ҙә Ағиҙел йылғаһы кимәле 295 см булған, йәғни өс көн эсендә 42 см-ға артҡан. Ашҡаҙар йылғаһы Новофёдоровка ауылы тәңгәлендә – 153 см, 97 см-ға кәмегән; Эстәрле йылғаһы Отрадовка ауылы тирәһендә 316 см, өс тәүлек эсендә 44 см-ға кәмегән.
Ҡала хакимиәте башлығының сәнәғәт комплексы үҫеше буйынса урынбаҫары Юрий Тротт ташҡынға бәйле хәлдәр буйынса брифингта һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Һәләүек, Эстәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары ташыуының пик ваҡыты үткән тип хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Һәләүек йылғаһынан бер аҙ һыу баҫыу булған, Эстәрле йылғанда ундай хәл күҙәтелмәгән.
Шулай ҙа Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарынан һыу ағыҙыуҙы иҫәпкә алғанда, һыу баҫыу ихтималлығы бар. Һыу ағыҙыуҙар ошо аҙнала планлаштырыла. Һыу баҫыу осрағына ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙер. Юрий Тротт ҡала халҡына май байрамдарына тиклем баҡсаларға йөрөмәй торорға кәңәш итә, бигерәк тә Ашҡаҙар аръяғына.
Ташҡынға бәйле һорауҙар менән йәки һыу күтәрелгән, һыу баҫҡан осраҡтар тураһында берҙәм диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә мөмкин: 20-00-45.