Уны 14 апрелдән 14 майға тиклем йыялар.
Был ямғырҙа бик күп шифа бар.
Ямғыр яуғанда һыуын йыйыу өсөн һауыт алып асыҡ һауаға ултыртаһың. Торбанан йәки ҡыйыҡтан ағып төшкән ямғыр һыуын алыу дөрөҫ түгел.
Ләйсән ямғырының һыуын нисек эсергә?
Ете көн рәттән иртән ас ҡарынға яртышар стакан эсәләр. Кис көнө лә эсергә ярай.
Был ямғыр ҡартлыҡ менән әжәлдән башҡа бөтә ауырыуҙарҙан да дауа.
Ләйсән ямғыры һыуы бөтөн һыуҙар араһында иң таҙаһы. Ләйсән ямғыры аҫтында сыланған кейем серемәй, ә сәс ҡойолмай. Был Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте, уның асылына беҙ төшөнә алмайбыҙ.
Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенең киңлеген аңлаған бөйөк рухи остаздар – әүлиәләр-әмбиәләр әйтә: "Кем дә кем был һыуҙы эсә, ул бер ҡасан да иманын юғалтмай”. Ул кешенең бөтөн тәненән, ағзаларынан, ҡан юлдарынан, аяҡ-ҡулдарынан теләһә ҡайһы ауырыуҙы сығара һәм уға һаулыҡ бирә.
Йылан ағыуы, диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа ынйы бөртөктәре, хатта бал ҡорттарының балы ла Ләйсән ямғыры яуыу сәбәпле барлыҡҡа килә.
Әгәр ҙә ошо һыуҙы оҙаҡ ваҡыт бала күрмәгән ғаилә эсһә (ир менән ҡатын), Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән уларҙың балаһы тыуа.