Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
20 Апреля 2021, 13:20

Яҙ наҙынан илһам алайыҡ, ләйсән ямғырынан шифа алып ҡалайыҡ!

Үткән аҙна башында көндәр эҫе торҙо. Инде көн йылыһына иркәләнеп тә өлгөрмәнек, Арктика һыуығы килеп бәрҙе - тағы һыуытып ебәрҙе. Үткән төндә һауа температураһы минус 2-нән минус 7 градусҡаса төштө, хатта ҡайһы бер төньяҡ райондарҙа минус 8, минус 12 градусҡа тиклем һыуытты.

Яҡын арала һыуыҡ сигенә. Көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдәр менән республикаға йылы һауа ағымы килә.
Һауа температураһы үҙенең ҡәҙимге торошона яҡыная, 1-2 градусҡа норманан юғарыраҡ та буласаҡ.
Төнгө ваҡыттарҙа һауа температураһы +1,+6 градус, ә көндөҙ плюс 9 – плюс 14 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Аҙнаның тәүге яртыһында яуым-төшөм көтөлмәй, аҙна аҙағына күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Йәғни яҙҙың тәүге ямғыры - ләйсән ямғыры яуа. Тап ошо мәлдә умырзая баш ҡалҡыта. Яҙ наҙынан илһам алайыҡ, ләйсән ямғырынан шифа алып ҡалайыҡ!
Роза УСМАНОВА.
Читайте нас