28 апрелдә республикала елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, был көндә бер аҙ, төндә һәм иртән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә -1,+4, көндөҙ 9-14 градус.
Көслө ел иҫкәндә (секундына 13,9-17,1 метр) ағастарҙың олондары һелкенә, ҙур ботаҡтар бөгөлә, елгә ҡаршы барыуы, һөйләшеүе ауыр. Һынған ағастар, ҙур ботаҡтар йорт ихатаһындағы юлдарҙы һәм автомагистралдәрҙе ябыуы мөмкин.