Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Май 2021, 08:00

Май айына һынамыштар

Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.Айҙың башы йылы, матур килһә, икенсе яртыһы һалҡын булыр.Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.Май айында ҡуңыҙҙар күп күренһә, ҡоролоҡ көт.Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.Торна бейеһә, һауа йылыныр

Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
Айҙың башы йылы, матур килһә, икенсе яртыһы һалҡын булыр.
Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Май айында ҡуңыҙҙар күп күренһә, ҡоролоҡ көт.
Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Торна бейеһә, һауа йылыныр
Читайте нас