Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Май 2021, 04:40

90 САНТИМЕТРҘАН БӘЛӘКӘЙ ЙӘЙЕНДЕ КИРЕ ҺЫУҒА ЕБӘРЕРГӘ

Ял ваҡыттарын һәр кем файҙалы ойошторорға тырыша. Бик күптәр ауылдарға ҡайытып, ҡала ситендәге йорттарына, йәки баҡсаларына барып таҙартыу, сәсеү эштәре менән булыша. Буш ваҡыттарында ҡармаҡ тотоп йылға, күлдәргә барып килергә яратыусылар ҙа бар. Быға бәйле балыҡсыларға Башҡортостандың экология министрлығы тыйыуҙар тураһында ла оноторға ярамағанын иҫкәртә.

Һәр йылдағыса республикала 5 июнгә тиклем ике ырғаҡтан артыҡ булмаған попловоклы ҡармаҡ менән генә балыҡ тоторға рөхсәт ителә, ә башҡа төрлө ысулдар менән балыҡ тотоу тыйылған. Шулай уҡ балыҡтарҙың ҙурлығы буйынса ла сикләүәҙәр бар, мәҫәлән тотҡан йәйенегеҙ 90 сантиметрҙан бәләкәй булһа уны кире ебәрергә кәрәк буласаҡ. Аҡасаҡ, берш, һаҙан балыҡтарын өйгә алып ҡайтыр өсөн ул 40 сантиметрҙан ҙурыраҡ булырға тейеш. Оҫта балыҡсылар шулай итә лә ул, тик һәүәҫкәр балыҡсылар үҙҙәре менән үлсәгестәр йөрөтмәҫкә лә мөмкин. Ғөмүмән, мул уңыш алырға теләп, йылым, ҡытай селтәрҙәре менән балыҡ тотоусылар ҙа табылып тора. Закон боҙоусыларға штрафтар ҡаралған.
Читайте нас