Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда аномаль эҫелек тураһында иҫкәрткәйне. «13 майҙан 17-һенә тиклем республикала аномаль эҫе һауа торошо, уртаса һауа температураһының норманан 7 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Һаҡ булығыҙ!» — тип иғлан иткәйне ведомство.
Бынан алда Башгидрометүҙәктән был көндәрҙә һауа температураһының төндә +7, +13, көндөҙ иһә +23, +28-ҙән +25, +30 градусҡа тиклем күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнеләр. Аҙна бөткәнсе аномаль эҫе хәлде алыр ахры.