Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙ 16 майҙа Өфө-Дим аэрологик станцияһында термометр бағанаһы +32,6° билдәһен күрһәткән. 25 йыл элек, 1996 йылда, был көндә максималь һауа температураһы +31,6° булған.
Дөйөм алғанда, республикала кисә максималь һауа температураһы +29,3,+33,2 градусҡа еткән.