Сөнки улар аңлатыуынса, билдәле бер температура күрһәткестәре генә миҙгелде асырға форсат бирмәй әле. Миҙгелде асыуға тиклем яр буйҙарын таҙартып, һыу инә торған урындарҙы махсус белгестәр тикшереп сығырға тейеш. Санитария нормаларына ярашлығын билдәләү өсөн һыуҙың пробаһын да ала улар. Яҙғы ташҡындан һуң һыу таҙарып бөтмәгән әле, шуға күрә бындай урындарҙа һыу инеү дерматологҡа барыу сәбәбе булып ҡуйыуы ла ихтимал. Ә температураға килгәндә һыуҙың өҫтө генә көндөҙ йылына, ә аҫта барыбер +4 градустан артмай. Шуға күрә ҡабаланмай торайыҡ, йәмәғәт!